7 декабрь, Шаршамбы

11 апрель 2016 йыл, 16:43

«Төркиҙәр алтыны» халыҡ-ара форумында ҡатнашыусылар: «Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытырға һәм мәҙәниәтебеҙ менән таныштырырға теләйбеҙ»

фото: Олег Яровиков һәм автор

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөләге Конгресс-холда «Төркиҙәр алтыны» йәштәр мәғариф форумын асыу тантанаһы уҙҙы. Сараның төп маҡсаты — йәштәр мөхитендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу һәм Рәсәй халыҡтары мәҙәниәттәрен үҙ-ара байытыу. Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, федераль һәм республика ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.

«Рәсәй — төрки донъяһының бер өлөшө, уның географик һәм тарихи үҙәге. Рәсәйҙә йәшәгән бөтә халыҡтар менән дуҫлыҡ, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре һәм алыҫ сит илдәрҙәге халыҡтар менән яҡшы мөнәсәбәттәр беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө булып тора. Илдәге барлыҡ халыҡтар ҙа Рәсәй дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. — Ошо көндәрҙә Өфөлә үтәсәк форум Рәсәй халҡының берҙәмлеген тәьмин итеүҙә тағы ла бер аҙым буласаҡ, туғандаш, күрше илдәрҙәге йәштәрҙең дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Милли сәйәсәтебеҙ тәү сиратта һеҙгә — киләсәк быуынға йүнәлтелгән».

Өфөлә 250 йәштәр лидерҙары осрашты. Ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киң: Башҡортостан, Татарстан, Саха (Яҡут), Тыва, Ҡарасәй-Черкес, Хакасия, Ҡабарҙа-Балҡар һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре. Форум эшендә йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, йәш белгестәр, студенттар араһынан төрки халыҡтары вәкилдәре ҡатнаша.

«Мин Ҡаҙағстан университеты магистратураһының беренсе курсында белем алам, мине Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы программаһы буйынса ебәрҙеләр. Форумдың йөкмәткеһе төрки халыҡтарҙың милли традицияларына һәм мәҙәниәттәренә бәйле диссертациямдың темаһына яҡын. Ҡаҙағстандың төрлө ҡалаларынан 20-нән ашыу кеше килдек», — тип хәбәр итте Астана ҡалаһынан Гөлсинә Кайсанова.

Форумда ҡатнашыусы йәштәр туғандаш мәҙәниәттәр хаҡында төшөнсәһен киңәйтергә, үҙҙәренең илдәре һәм төбәктәренең ҡеүәтен күрһәтергә ниәтләй. Күпселеге милли кейемдә, уйын ҡоралдарын алып килгән, видеопрезентация әҙерләгән.

Сараны ойоштороусылар — Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Әхлаҡлылыҡ һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау фонды. Форумдың эше 16 апрелгә тиклем дауам итә.