8 декабрь, Кесе йома

11 апрель 2016 йыл, 15:35

Республикала «Студент яҙы-2016» фестивале гала-концертының датаһы билдәләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 29 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Студент яҙы-2016» республика фестиваленең гала-концерты уҙа.

Был — ошо көндәрҙә республиканың бөтә юғары уҡыу йорттарында барған ижади марафонға йомғаҡ яһау ул. Һуңғы этапта иң һәләтле студенттар һәм иң яҡшы ижади коллективтар сығыш яһай.

Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһында хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдең конкурс программаһы театр сәнғәте (эстрада миниатюраһы, нәфис һүҙ, театр); үҙенсәлекле жанр (мода театры, КВН, пантомима, пародия, цирк); музыка сәнғәте (эстрада, фольклор (халыҡ), классик вокал, автор йыры, музыкаль төркөмдәр (ВИА, фольклор ансамблдәре, халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре); солистар, уйын ҡоралдарында уйнаусылар; тынлы оркестрҙар; хореография номинациялары буйынса уҙғарыла. Шулай уҡ журналистикала һәм фотожурналистикала иң яҡшылар билдәләнә.

Быйылғы «Студент яҙы» — иҫәп буйынса ҡырҡ алтынсыһы. Ул йәштәрҙең ижади башланғыстарын асыҡлау, эстетик тәрбиә биреү системаһын камиллаштырыу, һәләтле ижади йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә.

Былтыр октябрҙән апрелгә тиклем вуздар араһындағы этапта яҡынса 30 мең кеше ҡатнашты. Улар Башҡортостандың 17 уҡыу йорто һәм вуздарҙың 150 ижади коллективы.