7 декабрь, Шаршамбы

11 апрель 2016 йыл, 14:50

Эшҡыуарҙар өсөн килемдең сикке күләме билдәләнде — Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙә бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары өсөн эшҡыуарҙар эшмәкәрлегенән алынған килемдең сикке күләме билдәләнде.

Мәҫәлән, 2016 йылдың 1 авгусынан микропредприятиелар өсөн килемдең яңы сикке күләме 120 миллион һум, бәләкәй предприятиелар өсөн — 800 миллион, урта предприятиелар өсөн 2 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, әлеге ваҡытта тауарҙы, эште һәм хеҙмәттәрҙе һатыуҙан килгән йыллыҡ аҡса күрһәткесе юридик берәмекте бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына индереү өсөн критерий булып тора.