3 декабрь, Шәмбе

11 апрель 2016 йыл, 14:14

Төбәк аграрийҙары сәсеү кампанияһы өсөн планлаштырылған ашламаларҙың 62 процентын һатып алған

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн Башҡортостан аграрийҙары 29,3 мең тоннанан ашыу минераль ашлама, йәғни планлаштырылған күләмдең 62 процентын һатып алған.

Хәҙер республика буйынса сәсеү майҙандарының һәр гектарына 9,3 килограмм тәьҫир итеүсе матдә тура килә. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек һәр гектарға етешәр килограмм минераль ашлама тура килгәйне.

Әлегә Ауырғазы, Ғафури, Дүртөйлө, Илеш, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары планлаштырылған күләмдән күберәк минераль ашлама һатып алған.

Минераль ашлама туплауҙан тыш, төбәк аграрийҙары үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын һатып ала. Дөйөм алғанда, республика буйынса 417 тонна ошондай сара һатып алынған. Бер йыл элек ошо ваҡытта улар ике тапҡырға аҙыраҡ ине — 193 тонна, тип билдәләнеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.