7 декабрь, Шаршамбы

11 апрель 2016 йыл, 12:37

Артем Вәлиев «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2016 йылдың 11 апрелендә Артем Вәлиев «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде.

«Республика етәкселеге миңә агентлыҡтың һуңғы биш йыл ярым эсендә өлгәшелгән ыңғай эш һөҙөмтәләрен нығытыу һәм уның артабанғы үҫеш юлында күсәгилешлелекте тәьмин итеү бурысын йөкмәтте», — тине Артем Вәлиев.

2010 йылдан алып Артем Вәлиев Башҡортостан Республикаһы Президентының матбуғат секретары, 2015 йылдан Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары булып эшләне. Уның хеҙмәт кенәгәһе «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы (2009-2010 йылдар), «Система-Инвест» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (2009 йыл), Башҡортостандың Демократик йәштәр союзы — Рәсәй йәштәр союзының төбәк бүлексәһе (2001-2003 йылдар) матбуғат хеҙмәттәрендә хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ эсенә ала. 2004-2006 йылдарҙа төбәктә Рәсәйҙең Матбуғат министрлығында теркәлгән «Башҡортостан — ул Беҙ» исемле беренсе шәхси интернет-баҫма сығара. 2006-2007 йылдарҙа «Рәсәй гәзите» редакцияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының Волга-Кама вәкиллегендә (Ҡазан) Башҡортостан буйынса хәбәрсе, һуңынан «Рәсәй гәзите»нең Өфө вәкиллегендә өлкән хәбәрсе булып эшләй. 2007-2008 йылдарҙа Өфөлә «Провинция» нәшриәт йортоноң «Уфимский меридиан» гәзите редакцияһын, һуңынан «National Business» журналы редакцияһын етәкләй. 2004-2009 йылдарҙа Башҡортостанды һәм Силәбе өлкәһен үҙ эсенә алған REGNUM федераль мәғлүмәт агентлығының Өфөләге хәбәрселәр пунктының етәксеһе була, «Газета.ру», «Новые известия» гәзиттәре, «Эхо Москвы» радиостанцияһы, REN-ТВ телекомпанияһының (Мәскәү) мәғлүмәт хеҙмәттәре менән хеҙмәттәшлек итә. Рәсәй Президентының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән (2015 йыл).