8 декабрь, Кесе йома

11 апрель 2016 йыл, 11:48

«Осҡон-2016» башҡорт видеоһы конкурсы еңеүсеһе 200 000 һум аласаҡ

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсын ойоштороусылар йәнә иң яҡшы ролик авторҙарын эҙләй. Быйыл приз фонды күләме дүрт тапҡырға артты һәм 200 000 һум тәшкил итә. Бынан тыш, анимация, документаль фильмдар өсөн айырым номинациялар һәм 30 секундлыҡ микрокино булдырылған. «Нәфис фильм» һәм «Социаль видеоролик» номинациялары үҙгәрешһеҙ ҡалған.

Конкурсты ойоштороусы – Силәбе өлкәһендәге Башҡорт йәштәре союзы, Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы. Проект илдең төрлө төбәктәрендәге башҡорт ойошмаларының мәғлүмәт ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Ғаризалар 2016 йылдың 30 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа 2015 – 2016 йылдарҙа төшөрөлгән башҡорт телендәге фильмдарҙы һәм видеоларҙы ебәрергә кәрәк. Бәйгенең шарттары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт социаль селтәрҙәге рәсми төркөмдә бирелгән.