11 декабрь, Йәкшәмбе

11 апрель 2016 йыл, 9:55

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2016» конкурсы еңеүсеһе билдәләнде

фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2016» конкурсы еңеүсеһе исеменә Өфө уҡытыусыһы лайыҡ булды. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бүләкләү тантанаһы М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтте.

Тантанала Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Светлана Пронина, власть органдары вәкилдәре һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Республика конкурсында 140 уҡытыусы һынау тотто, улар араһында Өфө белем биреү учреждениеларынан 15 уҡытыусы бар.

Бәйгеселәр асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре, педагогик советтар үткәрҙе, белем биреү проекттарын яҡланы һәм Башҡортостандың мәғариф министры менән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Бөтә һынауҙар һөҙөмтәләре буйынса Өфөләге 159-сы мәктәптең тарих уҡытыусыһы Сергей Переверзев абсолют еңеүсе тип танылды.

«Йәш уҡытыусы» исеменә Өфөләге 58-се лицейҙың физик культура уҡытыусыһы Сергей Шекунов лайыҡ булды.

Шулай уҡ иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һайланды. Төрлө номинацияларҙа ла еңеүселәр билдәләнде.