Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөнә арналған күргәҙмә асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

11 апрелдә Өфөлә Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөнә арналған күргәҙмә асыла. Республика Хәрби Дан музейындағы экспозиция «Иҫләүе лә ҡурҡыныс, онотоу ҙа мөмкин түгел» тип атала. Күргәҙмәлә Башҡортостанды тыуып үҫкән тотҡондарҙың, уларҙың балаларының фотоһүрәттәре урын алған. Концлагерҙағы баракты символлаштырған инсталляция төп урынды биләй.

Күргәҙмәне асыу тантанаһына Еврей милли мәҙәни үҙәге, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан эҙәрмәндәр отряды төбәк йәмәғәт фонды вәкилдәре, шулай уҡ бәлиғ булмаған көйө фашист концлагерҙарына эләккән бер нисә ветеран саҡырылған. «Ошо кешеләрҙең биографияһы — йәш быуын өсөн ысын ҡаһарманлыҡ дәресе», — тип хәбәр иттеләр музейҙа.

Күргәҙмә 30 апрелгә тиклем дауам итә.

11 апрелдә бөтә донъяла фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө билдәләнә. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары буйынса Бухенвальд лагеры тотҡондарының ихтилалы иҫтәлегенә булдырыла. Концлагерҙарҙа йәмғеһе 18 миллион кеше тотҡонда була, шуларҙың биш миллионы — совет граждандары. Һәләк булғандар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 8 майына тиклем бөтәһе 2265 яҡташыбыҙ тотҡонлоҡта һәләк була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть