5 декабрь, Дүшәмбе

08 апрель 2016 йыл, 17:36

Баш ҡалала 1972 йыл ташҡын кимәле буйынса 2016 йылдың аналогы булып тора

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Баш ҡалала 1972 йыл ташҡын кимәле буйынса 2016 йылдың аналогы булып тора. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ултырышында төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Виталий Тюр хәбәр итте.

«Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 1972 йыл хәлдең торошо буйынса 2016 йылдың аналогы булып тора. 44 йыл элек Өфөлә һыуҙың тәүге иң ҙур кимәле 17 апрелдә 696 сантиметрға етә. Икенсеһе 1 майҙа — 772 сантиметр. Быйыл республиканың баш ҡалаһында иң ҙур кимәл 17 апрелдән 23-нә тиклем күҙаллана, һыуҙың кимәле 830 сантиметрға етеүе көтөлә, — тип  билдәләне Виталий Тюр. — Беҙҙең бурыс — халыҡтың йәшәү эшмәкәрлегенең боҙолоуына юл ҡуймау, зыянды кәметеү».

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республикалағы 33 муниципаль берәмектең 185 тораҡ пунктына һыу баҫыу янай. Насар күҙаллауҙар тормошҡа ашҡан осраҡта — 258 тораҡ пункт.

«Урал аръяғы, Ҡариҙел йылғаһы бассейнындағы биләмә хәүеф аҫтында, — тине ведомство вәкиле. — Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә ҡарҙа дым запасы 200-300 процент, йәғни унан Павловка һыу һаҡлағысына ҙур ағымдың килеүе көтөлә».

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың йәшәү эшмәкәрлеге мәсьәләләре хәл ителгән. Һыу баҫҡан осраҡта кешеләр ҡатнаш ысул менән эвакуацияланасаҡ, улар өсөн ваҡытлыса йәшәү урындары ойошторолған. Барлыҡ сараларҙы ла Башҡортостан Хөкүмәте контролгә алған. Берҙәм дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһы ташҡынды хәүефһеҙ үткәрергә әҙер.