11 декабрь, Йәкшәмбе

08 апрель 2016 йыл, 16:42

Башҡортостан социаль тәьминәттең берҙәм системаһын булдырыу буйынса пилот төбәге итеп һайланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһын булдырыу буйынса пилот төбәге булараҡ сығыш яһаясаҡ. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Рәсәй Пенсия фонды идаралығы рәйесе урынбаҫары Николай Елистратов белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса алда бара, әммә шуларҙың иң мөһиме — республика етәкселегенең ошо проектҡа ҡушылыу теләге. Төбәктә мәғлүмәт технологиялары үҫешенең юғары кимәле, Пенсия фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең эшмәкәрлектең төп  йүнәлештәре буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙы биләүе лә әһәмиәткә эйә.

Социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһын индереү сиктәрендә икенсе ҙур бурыс — Инвалидтарҙың федераль реестрын булдырыу. Унда инвалидлыҡ төркөмө, организмдың боҙолған функциялары, профессиональ эшкә һәләтлелекте юғалтыу дәрәжәһе, үткәрелгән реабилитация йәки абилитация саралары хаҡында мәғлүмәттәр буласаҡ. Ике ҙур системаның операторы булып Рәсәйҙең Пенсия фонды билдәләнгән.

Николай Елистратов билдәләүенсә, күп кимәллелек, шулай уҡ берҙәм иҫәп һәм контроль системаһынан тыш социаль тәьминәт кимәлдәрендә юғары дифференциация социаль тәьминәттең төп проблемалары булып тора. Уның фекеренсә, социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы электрон хөкүмәттең дәүләт мәғлүмәт системаларының яңы үҙ-ара эш итеү кимәле буласаҡ.

Социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһын булдырыуҙа иң мөһиме — ҡулланыусы өсөн уңайлыҡ. Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетҡа ингәс, ул социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәттәрҙе, ниндәй льготаларға һәм түләүҙәргә хоҡуҡлы булыуын белә, уларҙы алмаштыра ала, тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.