8 декабрь, Кесе йома

08 апрель 2016 йыл, 15:38

Өфөлә йәшәүселәрҙең 76 проценты хаҡлы ялға сыҡҡас эшләргә теләй

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә йәшәүселәрҙең 76 проценты хаҡлы ялға сыҡҡас эшләргә теләй, тип иҫәпләп сығарған HeadHunter эксперттары. Өфөләрҙең күпселеге сәләмәтлеге мөмкинлек биргәнгә тиклем эшләйәсәк. Бының төп сәбәбе — пенсияның етмәүе. Пенсиянан һуң да эштәрен дауам итергә теләүселәр араһында эшселәр һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре күп.

Һорау алыныусыларҙың һигеҙ проценты пенсия йәшенә етмәйенсә ялға китергә йыйына. Уларҙың яртыһы торлаҡты ҡуртымға биреүҙән килгән аҡсаға, банктағы проценттарға йәшәргә ниәтләй йәки ғаилә ағзаларына иҫәп тота. Икенсе яртыһы эштән ваҡытынан алда китеү тураһында ҡарарын дәлилләй алманы.

Эшләмәҫкә мөмкинлек биргән ҙур сумма аҡса килеп сыҡҡан осраҡта һорау алыныусыларҙың өстән бер өлөшө генә ялға китергә әҙер. Башҡалар иһә кире яуапты үҙҙәренең эше оҡшауы йә иһә тормоштарын эштән башҡа күҙ алдына килтермәүҙәре менән аңлатты.

темалар: эш, һорау алыу