4 декабрь, Йәкшәмбе

08 апрель 2016 йыл, 15:08

Лилиә Ғүмәрова: «Рәсәй халыҡтарының күп яҡлы мәҙәниәтен һаҡлау — төбәктәрҙәге ижади коллективтарҙың бурысы»

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева, Марсель Вәхитов/. Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй фестиваль-конкурстары лауреаты — «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең юбилей концерты уҙҙы. «Башҡортостан» дәүләт концерт залының ҙур сәхнәһендә данлы коллективтың иң яҡшы бейеүҙәре күрһәтелде.

Юбилей кисәһендә Федерация Советындағы Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан дәүләт власының башҡарма органынан вәкил Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты.

«Ләйсән» ансамбле — халыҡ ижады ынйыларының береһе, шунлыҡтан иң яҡшы традициялар быуындан-быуынға тапшырыла килә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә. Бындай коллективтар Рәсәй халыҡтарының үҙенсәлекле традицияларын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, йәш башҡарыусыларҙың яңы быуыны өсөн профессиональ мәктәп һәм үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙең тәьҫирле сараһы булып тора», — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.

Сенатор данлы коллективтың тарихы «Байрамғол» совхозында ойошторолған бейеү түңәрәгенән башланыуын хәбәр итте. 1972 йылда ижади коллектив «халыҡ ансамбле» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ләйсәндәргә Италия, Франция, АҠШ, Мексика, Чехия һәм донъяның бүтән ил тамшасылары алҡышлаған. Бөгөн «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле — Башҡортостан һәм Рәсәй хореография сәнғәтенең иң яҡшы традицияларын һаҡлаусыларҙың береһе. Ансамблдең репертуарында башҡорт, рус һәм донъя халыҡтарының тиҫтәләрсә бейеүҙәре бар. 50 йыллыҡ тарихында ансамбль бай тәжрибә һәм һоҡланғыс традициялар тупланы, 200-гә яҡын бейеү башҡарҙы.

Сарала шулай уҡ коллективтың ижад юлы хаҡындағы китаптың исем туйы уҙҙы, унда ансамбль ветерандары һәм артистарҙың фотоһүрәттәре, хәтирәләре ингән. Лилиә Ғүмәрова йыйынтыҡтың республика етәкселеге ярҙамында донъя күреүен билдәләне. Кисәлә Лилиә Ғүмәрова Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Зәкәриә Ғибәҙуллинға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән һәм әүҙем депутат эшмәкәрлеге өсөн Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконың Рәхмәт хатын тапшырҙы.