Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

14 апрелдә Владимир Путин рәсәйҙәрҙең һорауҙарына яуап бирә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

14 апрелдә ил Президенты Владимир Путин рәсәйҙәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Йыл һайын ойошторолған «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» махсус программаһы Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә «Беренсе», «Рәсәй 1», «Рәсәй 24» телеканалдары, «Маяк», «Вести FM» һәм «Рәсәй радиоһы» радиостанциялары эфирында тапшырыла.

Рәсәй Президентының рәсми сайтында хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт башлығы ил тормошона, шулай халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк.

Һорауҙы студияла, шулай уҡ тура бәйләнеш ваҡытында ла бирергә мөмкин. Президентҡа мөрәжәғәттәр аҙна дауамында туплана. Рәсәйҙәр шылтырата йәки эшкәртеү үҙәгенә SMS-, MMS-хәбәр, ҡыҫҡа видеояҙма ебәрә ала. Быйыл тәүге тапҡыр тура эфирҙа видеошылтыратыу ҡабул ителә. Элекке кеүек үк мөрәжәғәттәрҙе moskva-putinu.ru йәки москва-путину.рф адрестары буйынса ебәрергә мөмкин. Яңылыҡтар араһында — «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ойошторолған төркөм аша һорау биреү мөмкинлеге.

Хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәге 7 апрелдә көндөҙгө сәғәт 12-лә (Мәскәү ваҡыты)  үҙ эшен башланы һәм программа тамамланғанға тиклем эшләйәсәк. 8-800-200-40-40 телефоны буйынса илдең теләһә ҡайһы төбәгенән шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай.

Сит илдән хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәгенә +7-499-550-40-40, +7-495-647-40-40, +7-495-539-40-40 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин. Бушлай SMS- һәм MMS-хәбәрҙәрҙе 0-40-40 номерына ебәрергә кәрәк (Рәсәй элемтә операторҙары телефондарынан ғына).

Программаның сайтында, шулай уҡ Рәсәйҙең йәмәғәт телевидениеһы (ОТР) эфирында сурдотәржемә менән онлайн-трансляция буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть