Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Йәкшәмбе «Салауат Юлаев» миҙгел яба

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Йәкшәмбе, 10 апрелдә, «Салауат Юлаев» миҙгел яба. «Өфө-Арена»ла хоккей байрамы ойошторола. Программала өҫтәл хоккейы, киберхоккей, фотозона, барбершоп, «Салауат Юлаев» командаһының автограф-сессияһы һәм «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар клубы составынан донъя чемпионатының бронза призерҙарын ҡотлау тантанаһы ҡаралған.

Өфө клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ике маскоттың — Салауат менән Юлайҙың бер-береһенә ҡаршы тороуы байрамдың төп ваҡиғаларының береһе буласаҡ. Өфө һыуһарҙары, үҙҙәренең байрағы аҫтына «Салауат Юлаев», «Ағиҙел» уйынсыларын һәм тренерҙарын, көйәрмәндәрҙе, хоккей ветерандарын саҡырып, кем көслөрәк икәнлеген асыҡлаясаҡ.

Командаларҙы мауыҡтырғыс конкурстар, һуңынан бер-береһе менән хоккей уйыны көтә.

Хоккей байрамы көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть