9 декабрь, Йома

08 апрель 2016 йыл, 11:46

Рөстәм Хәмитов: «Власть менән халыҡтың берлектә эшләүе — республикабыҙҙың үҫеш нигеҙе»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов властың һәм халыҡтың берлектәге тырышлығы менән генә республика үҫешәсәк тип белдерҙе. Ул төбәктә йәшәүселәргә 7 апрелдә тура бәйләнеш барышында асыҡ диалог өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Бындай аралашыу минең өсөн бик мөһим. Минең өсөн министрҙарҙың отчеты түгел, халыҡ төп мәғлүмәт сығанағы булып тора. Уларҙы нимә борсоуын тыңлау, ишетеү һәм аңлау мөһим», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов кешеләрҙең Башҡортостанда барған хәл-ваҡиғаларға ысын күңелдән борсолоуҙарын ишетеүен билдәләне. Төбәк Башлығы ошондай асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе кәрәкле тип иҫәпләй.

«Минең өсөн мөхит бик мөһим. Үҙебеҙҙең кем икәнлегебеҙҙе аңларға кәрәк: республиканы дөрөҫ йүнәлештә үҫтерергә тырышҡан берҙәм коллективмы, йә иһә беҙҙе кире һөҙөмтәләргә килтерәсәк эске ҡаршылыҡтар өҙгөләйме? Дөйөм проблемаларҙы хәл итеүгә ойошҡанлыҡтың булыуын күрәм. Халыҡ вайымһыҙ түгел», — тине Рөстәм Хәмитов.