3 декабрь, Шәмбе

08 апрель 2016 йыл, 10:19

Рөстәм Хәмитов: «500 ферма» — һәйбәт программа, һәм беҙ уны дауам итәсәкбеҙ»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 7 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш барышында Янғантауҙағы урындағы фермер хужалығы етәксеһе шундай һорау бирҙе: «500 ферма» программаһының һөҙөмтәлелеген нисек баһалайһығыҙ, теләгән һөҙөмтәләргә өлгәшелдеме, аҡсаны субсидияға, халыҡтан ит, һөт һатып алыуға йүнәлтеү яҡшыраҡ булмаҫмы, сөнки бөгөн баҙарҙа продукцияны һатыу еңел түгел?».

«Фермаларҙы яңыртыу, яңы төҙөлөш менән дә шөғөлләнергә, шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән кешеләргә ярҙам итергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. —  «500 ферма» — һәйбәт программа. Бөгөнгә 230-250 хужалыҡта яҡынса 350 бина һәм ҡоролма ремонтланған. Етештереүсәнлек артты, һөттөң сифаты күтәрелде, хеҙмәт шарттары яҡшырҙы. Был һәйбәт программа, һәм беҙ уны дауам итәсәкбеҙ».

Федераль программа буйынса бүленгән аҡса ауыл хужалығы предприятиеларын реконструкциялауға булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне республика Башлығы.

«Халыҡтан ауыл хужалығы продукцияһын йыйыу — ҙур етешһеҙлек. Алдан уҡ әйтеп килдем һәм әйтәм: кешеләр бергәләп эшләргә, бер нисә шәхси ярҙамсы хужалыҡтан фермер, фермерҙан ҙурыраҡ хужалыҡтарға берләшергә тейеш. Бындай осраҡта кооперация һәм тауар һатыу мәсьәләләрен хәл итергә мөмкин. «500 ферма»ға йүнәлтелгән аҡса иҫәбенә түгел, эште дөрөҫ ойоштороу иҫәбенә. Беҙ ауыл хужалығы етештереүселәре менән эшләргә, продукцияны һатыу өсөн мөмкинлектәр бирергә әҙер. Ошо аҙыҡ-түлек «Башҡортостан тауарҙары» кәштәһенә эләкһен өсөн ярҙам итергә әҙербеҙ. Был да бик мөһим. Әммә энергиялы, ошондай кооперативтар ойоштора алған кешеләр кәрәк. Мауыҡҡан кеше булған ерҙә барыһы ла килеп сыға. Ундай кеше юҡ икән, һөҙөмтә лә юҡ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.