8 декабрь, Кесе йома

07 апрель 2016 йыл, 17:28

Төбәктә капиталь ремонтҡа сығымдарҙы компенсациялау тәртибе ҡабул ителде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанда быйыл күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға иғәнә түләүгә сығымдарҙы компенсациялау тәртибе ҡабул ителде. Тейешле ҡарар республика Хөкүмәте бойороғо менән раҫланған.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, компенсация 70 йәшкә еткән, яңғыҙ йәки пенсия йәшендәге эшләмәүсе граждандарҙың ғаиләһендә йәшәгән торлаҡ хужаларына түләнәсәк.

Компенсация алыу өсөн йәшәгән урын буйынса Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк.