Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Илдең һәләтле балалары Башҡортостандың баш ҡалаһына йыйыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

9 апрелдә М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-да халыҡ-ара ҡатнашлығында «Рәсәйҙең һәләтле балалары: алтын тауыштар» III Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы ойошторола. Был хаҡта Өфө хакимиәте хәбәр итә.

Сарала Башҡортостан ҡалалары һәм райондарынан, Рязань өлкәһенән, Улан-Удэ, Уральск (Ҡаҙағстан) ҡалаларынан 750-нән ашыу баланың ҡатнашыуы күҙаллана. Бәйгене уҙғарыу өсөн университеттың ике уҡыу корпусы йәлеп ителәсәк, конкурс тыңлауҙары БДПУ-ның икенсе уҡыу корпусының  (Октябрь революцияһы урамы, 3а) һәм етенсе уҡыу корпусының концерт залында (Октябрь революцияһы урамы, 7) үтә.

Фестиваль-конкурс хор башҡарыуы, вокаль ансамбль, вокал (соло) номинациялары буйынса үткәрелә. Ҡатнашыусылар академик, халыҡ һәм эстрада-джаз йыры категорияларында конкурс программаларын тәҡдим итәсәк.

Жюри составына квалификациялы белгестәр, юғары уҡыу йорттары профессорҙары, доценттар һәм уҡытыусылар инә.

Фестиваль-конкурс йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла, еңеүселәргә һәм призерҙарға «Музыкаль белем биреү» йүнәлеше буйынса Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға ингәндә өҫтөнлөктәр бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть