Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ВИЧ-инфекцияға аноним һәм бушлай тест үтергә мөмкин

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

13 апрелдә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексының беренсе ҡатында ВИЧ-инфекцияға аноним һәм бушлай тест үтергә мөмкин.

Башҡортостан Республикаһының СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, бармаҡтан ҡанды уларҙың белгестәре ала. Процедура бер ниндәй ауыртыуһыҙ башҡарыла. Һөҙөмтәләр 15 минуттан әҙер була. Мөрәжәғәт иткән һәр кемгә тейешле консультация бирелә. Тәүгеләрҙән булып килгән 100 кеше бүләккә ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү буйынса «Ынтылыш» һәм «Ҡыҙыл билдә» исемле нәфис фильмдар дискын аласаҡ.

«Ҡыҙыл таҫмалы көн» акцияһы «Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау аҙналығы» медицина форумы сиктәрендә уҙғарыла. Акцияның исеме осраҡлы һайланмаған. Ҡыҙыл таҫма — ВИЧ-инфекция менән көрәш символы. Сара барышында теләгән һәр кем ВИЧ-инфекцияға һәм СПИД-ҡа ҡағылышлы һорауҙар буйынса белгестәр менән кәңәшләшә, үҙенең зарарланыу хәүефен баһалай ала, шулай уҡ ҡыҙыл таҫма һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса әҙәбиәт бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть