4 декабрь, Йәкшәмбе

07 апрель 2016 йыл, 15:05

Тәүге кварталда республикала инфляция 1,8 процент тәшкил иткән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Йыл башынан Башҡортостанда инфляция 1,8 процент тәшкил иткән, Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес — 2,1 процент. Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, йыллыҡ иҫәпләү буйынса (2016 йылдың марты 2015 йылдың мартына ҡарата) республикала инфляция 5,8 процент тәшкил иткән, ил буйынса уртаса — 7,3 процент.

Статистар беренсе кварталда инфляция процестарының кәмеүен билдәләй. Әгәр ғинуарҙа төбәк ҡулланыусылар баҙарында хаҡтар үткән айға ҡарата 0,8 процентҡа артһа, февралдә иһә — 0,6, мартта 0,4 процентҡа күтәрелгән.

Март айында аҙыҡ-түлек — 0,3, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар 0,8 процентҡа ҡиммәтләнгән. Хеҙмәттәр күрһәтеүҙең уҙған айға ҡарата 0,3 процентҡа кәмеүе билдәләнгән.

Мәҫәлән, бер айҙа балыҡтың ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтар 1,3-4,4, колбаса изделиеларына, субпродукттарға һәм ит ярымфабрикаттарына — 0,4-1,8, бойҙай онона, макарон изделиеларына, борсаҡ, фасоль, ҡарабойҙай һәм «Геркулес» һоло ярмаһына 1,7-5,6 процентҡа артҡан. Тоҙ, көнбағыш майы, майонез, ҡара борос — 1-2,8, ҡуйыртылған һөт, варенье-джем, повидло, емеш һуттары һәм йогурт — 2,3-5, банан һәм алма — 2,7-2,8, һарымһаҡ 15,7 процентҡа ҡиммәтләнгән.  

Сөгөлдөр, аҡ күсәнле кәбеҫтә һәм картуф — 2,8-6,9, яңы помидор һәм ҡыяр — 11,3-16,2 , лимон һәм груша 3-3,2 процентҡа арзанайған. Бынан тыш, иттең ҡайһы бер төрҙәренә — 0,7-2,6, тауыҡ йомортҡаһына 4,3 процентҡа хаҡ төшкән.

Бензинға хаҡ 1,5 процентҡа артҡан, газ-мотор яғыулығына 5,2 процентҡа төшкән.