7 декабрь, Шаршамбы

07 апрель 2016 йыл, 13:00

«Башҡорт балы» бренды Федераль таможня реестрында теркәлгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге интеллектуаль милектың ике объектын — учреждениеның тауар билдәһен һәм «Башҡорт балы» тауары етештерелгән урындың исеме менән файҙаланыу хоҡуғын Федераль таможня реестрында теркәне.

Был Рәсәйҙән башҡорт балын экспортлауға һәм башҡа илдәрҙән: Украина, Үзбәкстан һәм Тажикстандан бал индереүгә контролде көсәйтеү өсөн эшләнгән. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәгендә аңлатыуҙарынса, интеллектуаль милек объекттарын теркәү контрафакт продукцияға ҡаршы көрәштең иң тәьҫирле ысулдарының береһе булып тора.

темалар: башҡорт балы