8 декабрь, Кесе йома

07 апрель 2016 йыл, 12:09

Төбәктә «Реаль эштәр» проекты буйынса граждандар сходы тамамланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә ағымдағы йылға наказдар билдәләнде. Бөтә республика буйынса халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелде, унда урында йәшәүселәр мөһим проблемаларҙы күтәрҙе.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә хәбәр итеүҙәренсә, сходтар нигеҙендә «проблемалар банкы» булдырылған. Яҡын көндәрҙә проекттың төбәк штабы ултырышы уҙа, унда эш өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнә. Һуңынан депутаттарға наказдар бирелә. Быйыл уларҙы үтәү өсөн 152 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Кешеләр үҙҙәре лә ҡулынан килгәнсә булышлыҡ күрһәтә ала.

Былтыр партия проекты сиктәрендә халыҡтың 900-гә яҡын башланғысы тормошҡа ашырылған. Граждандар сходында 36 мең кеше ҡатнашҡан, 14 меңе наказдарҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүл булған. Ул саҡта проекттың бюджеты, муниципалитеттар һәм халыҡтың берлектә финанслауын иҫәпкә алып, 220 миллион һум самаһы тәшкил иткән.