11 декабрь, Йәкшәмбе

07 апрель 2016 йыл, 11:25

Баш ҡалала халыҡ-ара конференцияла йәштәрҙең мәшғүллеге мәсьәләләрен тикшерәләр

фото: Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Кисә Өфөлә йәштәрҙең мәшғүллеге мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара конференция асылды. Сараның инициаторы — Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы. Өфө конференция уҙғарыу майҙансығы итеп осраҡлы һайланмаған. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы вәкилдәре 25-26 ғинуарҙа Башҡортостанда үткән БРИКС илдәре хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙары осрашыуын юғары баһаланы һәм Өфөлә юғары кимәлдәге тағы ла бер сара ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, өс көн барасаҡ конференцияның темаһы — «Йәштәрҙең мәшғүллеге өлкәһендәге сәйәсәткә һәм программаға үҙ-ара эксперт баһаһы». Йәштәрҙең мәшғүллеге проблемаларын тикшереү өсөн баш ҡалаға Ҡырғыҙ Республикаһы, Тажикстан Республикаһы, шулай уҡ Төмән өлкәһе, Пермь крайы, Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтары вәкилдәре килгән. Ошо мөһим сарала Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы, Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы вәкилдәре, эш биреүселәр, мәғариф ойошмалары ла ҡатнаша.

Конгресс-холда халыҡ-ара конференцияны асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов күтәрелгән теманың актуаллеген билдәләне. «Йәштәрҙең белемдәрен практикала ҡулланыуға түгел, ә хеҙмәт хаҡына ынтылыуы ҙур амбицияларға һәм юғары талаптарға килтерә, шуға күрә уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу, ысынлап та, республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла киҫкен проблема булып тора», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.

Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Халыҡ мәшғүллеге департаменты директоры Михаил Кирсанов үҙ сығышында Өфө һуңғы ваҡытта йәштәрҙең мәшғүллеге һорауҙары буйынса халыҡ-ара фекер алышыу үҙәгенә әүерелеүен билдәләне. «Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙә өлкән быуын яғынан конкуренция барлыҡҡа килә, сөнки хәҙер, ун йыл элекке менән сағыштырғанда, Рәсәйҙә уҡыу йорттарын тамамлаусылар ун тапҡырға аҙыраҡ. Икенсе яҡтан, йәштәрҙә, ысынлап та, эшкә юғары талаптар күҙәтелә, шуға күрә уҡыған саҡта уҡ уларҙы хеҙмәт баҙарына йүнәлтергә тейешбеҙ», — тип билдәләне Михаил Кирсанов.

Конференция барышында Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡунаҡтарҙы төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, республикала мәшғүллек хеҙмәттәре, эш биреүселәр һәм профессиональ ойошмалар менән берлектә ғәмәлгә ашырылыусы проекттар, йәштәр менән эш перспективалары хаҡында һөйләне.

Конференцияның төп инициаторы — Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы. Был Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының махсуслаштырылған учреждениеһы, унда донъяның 200-гә яҡын иле ҡатнаша. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, Өфөлә үткән конференция йомғаҡтары буйынса йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләләрен хәл итеүҙең уңышлы практикаһы буйынса белешмә донъя күрәсәк, һуңынан ул Рәсәй төбәктәрендә һәм башҡа илдәрҙә лә таратыласаҡ.