10 декабрь, Шәмбе

07 апрель 2016 йыл, 9:49

Майҙа республика халҡын оҙайлы ял көндәре көтә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Майҙа республика халҡын оҙайлы ял көндәре көтә. 1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май — Еңеү көнө — ял көндәре. 2016 йылда 1 май йәкшәмбегә тура килә. Шуға бәйле 1 майҙағы (йәкшәмбе) ял көнө 2 майға (дүшәмбе) күсерелә. Шәмбе 2 ғинуарҙағы ял көнө шишәмбе 3 майға күсерелә.  

Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, биш көнлөк эш аҙнаһында 30 апрель, 1, 2, 3 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора. Йома 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш сәғәттәре ҡыҫҡартылмай.  

темалар: байрамдар