5 декабрь, Дүшәмбе

06 апрель 2016 йыл, 17:40

Өфөлә Тоталь диктант майҙансыҡтары һәм уны яҙҙырыусылар билдәләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Тоталь диктант майҙансыҡтары һәм уны яҙҙырыусылар билдәләнде. Быйыл акция 16 апрелдә көндөҙгө сәғәт 2-лә 14 адрес буйынса ойошторола. Баш ҡалалағы бөтә юғары уҡыу йорттары аудиторияларында ла тиерлек белемеңде тикшерергә мөмкин: Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, шулай уҡ 28-се коррекция мәктәп-интернаты һәм 94-се лицей. Ҡайһы бер вуздарҙа ике аудитория бүленә.

Диктантты билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, журналистар һәм телевидение алып барыусылары яҙҙыра, улар араһында Михаил Рабинович, Азамат Сәйетов, Лилиә Ҡурамшина, Евгений Романов, Дмитрий Каретко, Анастасия Реут бар. Тулыраҡ мәғлүмәт акцияның рәсми сайтында баҫылған.

14 майҙансыҡтың өсәүһе ябыҡ: улар — Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы һәм «Лотос» фитнес клубы. Урындарҙың аҙ булыуы сәбәпле, теләүселәр алдан яҙылырға тейеш. Теркәү рәсми сайтта 6 апрелдә Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 8-ҙә башлана. Башҡа майҙансыҡтарға инеү ирекле.