10 декабрь, Шәмбе

06 апрель 2016 йыл, 17:07

ВЦИОМ рәсәйҙәр араһында популяр булған биш балыҡты атаны

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй үҙәге (ВЦИОМ) һәм «Минтай тотоусылар ассоциацияһы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы «балыҡ» баҙарындағы өҫтөнлөктәргә арналған һорау алыу мәғлүмәттәрен килтерҙе.

Сельдь балығы иң популяр һанала — тап уны йышыраҡ һатып алалар (84 процент). Икенсе урында — скумбрия (77 процент), өсөнсөлә — минтай (62), һуңынан һөмбаш (56) һәм тәрәс балығы (55).

Рәсәйҙәрҙең 87 проценты — туңдырылған, 74 проценты аҙ тоҙланған балыҡҡа өҫтөнлөк бирә.

Дөйөм алғанда, һорау алыныусыларҙың күпселеге (88 процент) балыҡ һәм балыҡ ризығы ашай. Респонденттарҙың 12 проценты ғына уны ҡулланыуҙан ҡәтғи рәүештә баш тарта. Сәбәптәре — балыҡ яратмау (40 процент), хаҡының юғары булыуы (36), сифатлы продукция эҙләүҙә ауырлыҡтар (24).