3 декабрь, Шәмбе

06 апрель 2016 йыл, 16:34

Рәсәй тимер юлдары йәй айҙарына балаларға 50 процентлыҡ ташлама бирә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй тимер юлдары 10-17 йәшлек балаларға һәм үҫмерҙәргә 50 процентлыҡ йәйге ташлама бирә. Льгота 1 июндән алып 31 авгусҡа тиклем тиҙ йөрөшлө һәм пассажир поездарының плацкарт һәм дөйөм вагондарына билет һатып алғанда ғәмәлдә буласаҡ. Кассирға баланың паспортын йәки уның тыуыу тураһында таныҡлығын күрһәтергә кәрәк, башҡа справка талап ителмәй. Был хаҡта Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.