7 декабрь, Шаршамбы

06 апрель 2016 йыл, 15:28

Башҡортостанда ташҡын һыуҙарының максималь кимәле уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 6-11 көнгә иртәрәк көтөлә – Башгидромет

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башгидромет яҡын көндәргә төбәктәге гидрологик хәлгә прогноз бирҙе. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика комиссияһы ултырышы барышында яңғыраны. Ведомство начальнигы Вилора Горохольская хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә республикала ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Әммә ял көндәренән һәм киләһе аҙнанан башлап һауа температураһы 10-15 градусҡаса йылыта, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.

«Температураның күтәрелеүе республиканың көньяҡ райондарынан башланғанға күрә, унда ҡарҙың йылдам иреүе көтөлә, был һыуҙың кимәлендә сағылыш табасаҡ. Ошо шарттарға ярашлы, киләһе аҙнала тау йылғалары, Ҡариҙел йылғаһы һәм Ағиҙелдең түбәнге ағымы боҙҙан әрселәсәк. Бәләкәй йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәлдән артыуы күҙәтеләсәк. Ағиҙел бассейнындағы башҡа йылғаларҙа кимәлдең артыуы һаҡланасаҡ. Ағиҙел бассейнындағы күпселек йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы һәм норманан 20-50 сантиметрға юғарыраҡ булыуы көтөлә. Шулай итеп, ташҡын һыуҙарының максималь кимәле уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 6-11 көнгә иртәрәк, Өфөлә 17 апрелдән 23-нә тиклем башланасаҡ», — тип һөйләне Вилора Горохольская.

Волга буйы гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы биргән күҙаллауға ярашлы, Урал йылғаһы бассейнындағы күпселек йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәле норма сиктәрендә тип көтөргә мөмкин, тип билдәләне ул. Оло Ыҡ, Һаҡмар һәм Ҡарғалы йылғаларында — норманан 60 сантиметрға түбәнерәк. Әммә һауа шарттарын иҫәпкә алғанда, унда уртаса күрһәткестәрҙең артып китеүе ихтимал.

темалар: ташҡын, һыу