9 декабрь, Йома

06 апрель 2016 йыл, 13:12

«Бөтә донъя фольклориадаһы-2020» алдынан республикала төрлө илдәрҙең сәсәндәре көс һынашасаҡ

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанға бөтә донъянан сәсәндәр йыйыла. 26 октябрҙә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале ойошторола. Сара башҡорт эпостарын һәм уларҙы башҡарыусыларҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән һәм донъя халыҡтары араһында үткәрелә.

Фестиваль сиктәрендә Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән килгән сәсәндәр, аҡындар, олонхосуттар араһында Бөтә Рәсәй конкурсы уҙа. «Урал батыр саҡырыуы буйынса» темаһына түңәрәк өҫтәл, Башҡортостан рәссамдары һүрәттәре күргәҙмәһе, «Урал» галереяһының «Урал батыр» эпосы персонаждарының кейеҙ костюмдар коллекцияһын күрһәтеү, сәсәнлек сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

«Фестиваль халыҡ ижадын, башҡорт эпостарын Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ өлгөһө булараҡ пропагандалау маҡсатында тәүге тапҡыр уҙғарыла», — тип аңлатма бирҙеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә.

Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале «Бөтә донъя фольклориадаһын-2020» үткәреүгә әҙерлек булып тора. Проект Башҡортостан Башлығының 900 мең һумлыҡ грантына лайыҡ булған.