Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

25 апрелдә Башҡортостанда юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса айлыҡ башлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

25 апрелдән 25 майға тиклем Башҡортостанда автомобиль юлдарын төҙөкләндереү буйынса айлыҡ башлана. Тейешле ҡарар республика Хөкүмәте бойороғо менән раҫланған.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төҙөкләндереү буйынса саралар юлдарҙа техник, санитар торошто яҡшыртыу, тәртип урынлаштырыу һәм тораҡ пункттарҙағы юлдарҙы тейешле хәлгә килтереүҙе күҙ уңында тота.

Республика муниципаль район, ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәренә, предприятиеларға дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын һәм тораҡ пункттарҙағы юлдарҙы ҡарау, ремонтлау, архитектура яғынан биҙәү буйынса бригадалар ойошторорға тәҡдим ителде.

Ай дауамында юлдарҙы ремонтлау, юл буйы һыҙаттарын тәртипкә килтереү, юл ситтәренә күп йыллыҡ үләндәр сәсеү бурысы тора.

5 июнгә тиклем автомобиль юлдары торошон комплекслы тикшереү һәм юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть