Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Бураҡаевтар ғаиләһенең әҙәби ижады тупланған китап донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөләге «Самрау-Медиа» нәшриәтендә Бураҡаевтар ғаиләһенең әҙәби ижады тупланған үҙенсәлекле китап донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа башҡорт телендә биш хикәйә ингән.

Улар — Зөһрә Бураҡаеваның чечен һуғышы хаҡында «Һөйәл», Гөлнур Бураҡаеваның аҡыл яғынан артта ҡалған ауыл егетенең ҡунаҡҡа килгән ҡыҙға эскерһеҙ һөйөүе тураһында «Нөнө өсөн ләләләр», Илгизәр Бураҡаевтың (Илгизәр Диҡҡәттең) боронғо башҡорттарҙың ҡан-ҡәрҙәшлек көсө хаҡында «Башҡорт көсө», Мәрйәм Бураҡаеваның булған хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған Һамар далаһы башҡорто Әбдрәшит Сәфәровтың Лев Толстойҙың һеңлеһе Вера Толстаяға мөхәббәте тураһында «Дала моңо» һәм Диҡҡәт Бураҡаевтың бөтә донъяны таң ҡалдырған фәнни асыш хаҡында «Теш матдәһе» фантастик хикәйәһе. Китапты рәссам Таңсулпан Бураҡаеваның рәсемдәре биҙәй.

Проекттың авторы, танылған башҡорт яҙыусыһы Мәрйәм Бураҡаева әйтеүенсә, был китапты сығарыу идеяһы күптән тыуған. «Уҡыусылар менән һәр осрашыуҙа балаларымдың ижады, шулай уҡ ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән тормош иптәшем — ғалим-геолог, публицист Диҡҡәт Бураҡаевтың тормошо һәм ижады хаҡында һорауҙар бирәләр. Һуңғы китабы 1982 йылда баҫылып сыҡты. Яңы быуын уҡыусылар уның әҙәби һәм публицистик мираҫы менән таныш түгел», — тип хәбәр итте яҙыусы.

Май айында китап рус телендә донъя күрәсәк, һуңынан Бураҡаевтарҙың хикәйәләре һәм пьесалары менән китаптар серияһын дауам итеү күҙаллана. Китапты авторҙарҙан һатып алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть