5 декабрь, Дүшәмбе

06 апрель 2016 йыл, 9:44

Республика вәкиле «Рәсәй студенткаһы-2016» исеменә дәғүә итә

фото: «Һылыуҡай-Bashkirian Beauty» студияһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университетының дүртенсе курсында белем алған Ләйсән Ғасимова «Рәсәй студенткаһы-2016» исеменә дәғүә итә. 8-14 апрелдә Новосибирскиҙа Бөтә Рәсәй һомғоллоҡ, спорт һәм талант конкурсы үтә.

БДУ студенткаһы — Линара Таһированың «Һылыуҡай — BashkirianBeauty» студияһы тәрбиәләнеүсеһе. Ләйсән яҡшы уҡый, ирланд бейеүҙәре һәм фигуралы шыуыу менән мауыға, сит телдәрҙе белә. Ижади һынауҙа ул жюри ағзаларына «Урал батыр» эпосын башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә һөйләп ишеттерергә теләй.

«Рәсәй студенткаһы» конкурсы һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, студенттарҙың ижадын пропагандалау, илебеҙ төбәктәре йәштәре араһында ижтимағи, социаль һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсатында уҙғарыла.

Унда 30-ҙан ашыу ҡыҙҙың ҡатнашыуы көтөлә. Конкурс барышын «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә күҙәтеп барырға мөмкин.