10 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2016 йыл, 17:38

Башҡортостан илдең кредит бирергә һәләтле төбәктәре араһында һигеҙенсе урынды биләне

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостан илдең кредит бирергә һәләтле 10 төбәге иҫәбенә инде. Был хаҡта «Рейтинг» агентлығы хәбәр итә. 2016 йылдың 1 ғинуарына республика өсөн иҫәпләнгән кредит биреү һәләтлелеге индексы 85,4 тәшкил иткән, был уҙған йылдағы күрһәткестәрҙән 8,3 пунктҡа юғары.

Мәскәү һәм Санкт-Петербург — кредит биреү һәләтлелеге индексы лидерҙары. Уларҙа был күрһәткес 100 процент тәшкил итә. Ун төбәк иҫәбенә шулай уҡ Мәскәү (96,7 процент), Ленинград (94,5) һәм Төмән (92,1) өлкәләре, Татарстан (90,3), Ханты-Манси автономиялы округы (87,2), Тула (85,3) һәм Липецк (84) өлкәләре ингән.