9 декабрь, Йома

05 апрель 2016 йыл, 16:59

«URALFEST» халыҡ-ара этник музыка фестивале бер нисә халыҡ байрамын берләштерәсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «URALFEST» халыҡ-ара этник музыка фестивале уҙғарыла. Республика халыҡ ижады үҙәге проекты Башҡортостан Башлығының 9 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булды.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «URALFEST» — «Урал моңо» төрки йәштәрҙең халыҡ-ара конкурс-фестивален, Тальян байрамын һәм «Уйын» халыҡ байрамын берләштергән мәҙәни проекттар серияһы.

«Урал моңо» төрки йәштәрҙең халыҡ-ара конкурс-фестивале 26-28 майҙа Өфөлә уҙа. Ғәҙәттәгесә, сарала төрки илдәр вәкилдәре ҡатнаша. Быйыл Рәсәй төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән: Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Алтай Республикаһы, Молдова, Дағстан, Татарстан, Хакасия, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡырым Республикаһы, Алтай крайынан артистарҙың килеүе көтөлә.

Тальян байрамы һәүәҫкәр һәм профессиональ ансамблдәрҙе һәм солистарҙы: музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙы, тальянсыларҙы, гармунсыларҙы, вокаль һәм бейеү коллективтарын бергә туплаясаҡ.

«Уйын» халыҡ байрамында милли һәм халыҡ уйындары күрһәтеләсәк. Ул халыҡ, милли уйын, спорт төрҙәрен, йолаларҙы һәм традицияларҙы тергеҙеү һәм пропагандалау маҡсатында уҙғарыла. Уның сиктәрендә һөнәр һәм халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе ойошторола.

«URALFEST» проекты республика брендына әүерелер, тип ышана ойоштороусылар. Ул «Бөтә донъя фольклориадаһын-2020» үткәреүгә әҙерлек булып тора.