6 декабрь, Шишәмбе

05 апрель 2016 йыл, 16:14

Башҡортостанда иң яҡшы йыл уҡытыусыһын һайлайҙар

фото: Мәғарифты үҫтереү институты

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республикала иң яҡшы йыл уҡытыусыһын һайлайҙар. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2016» конкурсын асыу тантанаһы булды. 26-сы һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә республиканың иң яҡшы 140 уҡытыусыһы ҡатнаша. Улар араһында һигеҙ инглиз теле, дүрт башланғыс класс, дүрт информатика уҡытыусыһы бар. Конкурста математика, физкультура, рус теле һәм әҙәбиәте, география, татар теле һәм әҙәбиәте, музыка, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, физика, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, химия уҡытыусылары ла ҡатнаша.

Абсолют еңеүсенән тыш, иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары билдәләнә. Быйыл тәүге тапҡыр «Йәш уҡытыусы-2016» номинацияһы ҡаралған. Бында 37 кеше, шул иҫәптән 10 көслө зат вәкиле ҡатнаша. Уларҙың уртаса йәше — 27, эш стажы иһә — өс йыл.

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты сайтында бәйгенең көндәлеге алып барыла, унда бөтә саралар менән танышырға мөмкин. Конкурсанттар һәм уларҙың коллегалары форумда үҙҙәренең теләктәрен һәм баһаларын ҡалдыра ала.

Һынау һөҙөмтәләре буйынса «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2016», «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурстарының биш лауреаты билдәләнә.

Жюри рәйесе — Башҡорт дәүләт университеты ректоры, физика-математика фәндәре докторы Николай Морозкин.

Еңеүселәрҙең исеме 9 апрелдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында (Ленин урамы, 62) иғлан ителә. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.