6 декабрь, Шишәмбе

05 апрель 2016 йыл, 15:26

Өфө аэропорты «Йыл аэропорты» исеменә лайыҡ булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө аэропорты «Йыл аэропорты» исеменә лайыҡ булды. 2015 йыл йомғаҡтары буйынса уны өсөнсө тапҡыр Рәсәйҙең иң яҡшы авиапредприятиеһы тип билдәләйҙәр, тип хәбәр иттеләр аэропорттың матбуғат хеҙмәтендә.

Мәскәүҙә «Рәсәй ҡанаттары-2015» милли авиация премияһының 19-сы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Алты авиапредприятие араһынан «Өфө» аэропорты еңеүсе исемен яуланы, «Симферополь» һәм «Толмачево» (Новосибирск) халыҡ-ара аэропорттары дипломант булды.

Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн 42 Рәсәй, 53 сит ил авиакомпаниялары, алты аэропорт күрһәтелде. Дәғүәселәрҙе баһалағанда пассажирҙар ағымы, пассажирҙар өсөн сервис кимәле һәм юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырыу иҫәпкә алынды.

«Абруйлы авиация наградаһын алыу алдыбыҙға дөрөҫ маҡсаттар ҡуйып, уларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуыбыҙҙы раҫлай. Беҙҙең бурыс — авиакомпанияны һәм пассажирҙарҙы сифатлы, заманса һәм хәүефһеҙ сервис менән тәьмин итеү. Һауа портының инфраструктураһы юғары профессиональ һәм тармаҡ стандарттарына тап килергә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ», — тип билдәләне Өфө аэропортының генераль директоры Александр Андреев.