10 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2016 йыл, 14:30

Ғалимдар ҡалаларҙа башҡорт халҡының формалашыу проблемаларын тикшерәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Ҡала башҡорттары: урбанизация һәм халыҡсанлыҡ» IX төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Сара 21 апрелдә Туймазыла уҙғарыла. Уны ойоштороусылар — республика Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Башҡортостан Фәндәр академияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.

Конференцияла Башҡортостандың көнбайыш райондарынан һәм республика ҡалаларынан делегациялар ҡатнашасаҡ тип күҙаллана. Тарихсы-ғалимдар, этнологтар, демографтар, политологтар, социологтар, филологтар һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, юстиция өлкәһендәге белгестәрҙең, шулай уҡ заманса шарттарҙа башҡорт халҡының конструктив үҫеше менән ҡыҙыҡһыныусы йәмәғәт эшмәкәрҙәренең килеүе көтөлә.

Йыйылыусылар республика ҡалаларында башҡорт халҡының формалашыу, урбанизация һәм демография проблемаларын тикшерәсәк. Шулай уҡ «Рәсәй ҡалаларында башҡорттар: заманса шарттарҙа үҫеш үҙенсәлеге», «Башҡортостанда тел торошо үҙенсәлектәре, ҡала шарттарында башҡорт телен һаҡлап ҡалыу проблемалары», «Заманса ҡалала этник-ара, дин-ара, мәҙәни-ара һәм этномәҙәни үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре», «Тәрбиә биреү һәм милли мәғариф мәсьәләләре, милли кадрҙар әҙерләү», «Башҡортостан ҡалаларын иҡтисади үҫтереү мөмкинлектәре, ҡала менән ауылдың социаль-иҡтисади бәйләнеше» секциялары ойошторола. Ғалимдар милли үҙаңды үҫтереүҙә интернет-ресурстарҙың ролен ҡараясаҡ.

Конференция республиканың ижтимағи-сәйәси, мәҙәни һәм фәнни тормошонда мөһим ваҡиға булыр, уның һөҙөмтәләре ҡала башҡорттарының этномәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән саралар комплексын үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип ышана ойоштороусылар.