8 декабрь, Кесе йома

05 апрель 2016 йыл, 12:43

Төбәктә М-5 «Урал» трассаһында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса эштәр алып барыласаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов, юл хеҙмәттәре, дәүләт автоинспекцияһы органдары һәм башҡа ведомство вәкилдәренән торған комиссия М-5 «Урал» федераль трассаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Комиссия юл-транспорт ваҡиғалары күп теркәлгән, шул иҫәптән иң хәүефле, Иглин һәм Бүздәк ҡасабаларында федераль трасса менән төбәк автомобиль юлдары киҫелешендә урынлашҡан 10 участканы тикшерҙе. Трассаның ошо участкаларында юл хәрәкәтен ойоштороу норматив талаптарға яуап бирә, автотранспорт хәрәкәтенең тиҙлек режимы тейешле юл билдәләре менән көйләнә.

Күсмә кәңәшмә йомғаҡтары буйынса юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә һәм водителдәрҙең хәрәкәт итеү шарттары хаҡында мәғлүмәтлелеген арттырыуға йүнәлтелгән тәү сираттағы саралар әҙерләнде. Мәҫәлән, юл-транспорт ваҡиғалары күп теркәлгән урындарҙа сигнал бағаналары һанын арттырыу, өҫтәмә юл билдәләре, шулай уҡ мәғлүмәт таҡталары ҡуйыу буйынса эштәр ҡаралған, тип билдәләнеләр Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: юл хужалығы