10 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2016 йыл, 12:00

Өфө ҡатын-ҡыҙҙар квартеты Рәсәй командаһы составында Канадала хоккей буйынса донъя чемпионатында бронза яуланы

фото: www.fhr.ru

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Канадала хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында донъя чемпионаты тамамлана. Бронза наградалар өсөн уйында беҙҙең ҡыҙҙар буллиттар серияһында Финляндия командаһынан еңеүҙе тартып алды — 1:0. Рәсәй йыйылма командаһы өсөн бында Өфөнән Анна Шибанова, Александра Капустина, Элина Митрофанова һәм Ольга Сосина сығыш яһаны.

Ольга Сосина булиттар серияһында хәл иткес шайба индерҙе.

Шулай итеп, рәсәйҙәр турнирҙың төркөм стадияһында еңелгән өсөн Финляндиянан реванш алды — 3:5.