Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Аҙна аҙағында Башҡортостанға күптән көтөлгән йылы килә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала төбәктә ваҡыты менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Республиканың көнсығыш райондарында яуым-төшөмдөң көслө булыуы ихтимал. Төндә һәм иртән урыны менән боҙлауыҡ көтөлә.

5 һәм 6 апрелдә һауа температураһы көндөҙ +3,+8, төндә -3,+2 градус тәшкил итәсәк. Ямғыр, төндә һәм иртән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал, ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫәсәк, көндөҙ секундына 18 метрға етәсәк.

Аҙна аҙағында республикала күптән көтөлгән йылы көндәр башлана. Яуым-төшөм ихтималлығы ҙур түгел.

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, апрелдең тәүге декадаһында Башҡортостан биләмәһендә уртаса һауа температураһының норманан ике градусҡа юғары булыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть