Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала һәр район өсөн юлдағы соҡорҙарҙы ямау графигы төҙөлгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә һәр район өсөн юлдағы соҡорҙарҙы ямау графигы төҙөлгән. Ул ҡала хакимиәте сайтында баҫылған. Ағымдағы йылдың апрель һәм май айҙарына төҙөлгән «юл картаһында» урамдар һәм эштәрҙе башҡарыу датаһы күрһәтелгән. Иҫкәрмәлә үҙгәрештәр булыу ихтималлығы хаҡында әйтелә.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡалала ремонт эштәре менән 40 бригада шөғөлләнә. Баш ҡала юлдарында тәүлегенә уртаса 4000 самаһы етешһеҙлек бөтөрөлә. Ремонт төп һәм икенсел юлдарҙа алып барыла.

Бөгөнгә юл хеҙмәттәре 48,8 мең квадрат метр юл япмаһында соҡорҙарҙы ямаған һәм 7,5 мең тонна самаһы асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть