10 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2016 йыл, 10:22

Игорь Захаркин хоккей миҙгеленең бронза миҙалдарын һәйбәт башланғыс тип һанай

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 4 апрелдә «Өфө-Арена»ла «Салауат Юлаев» командаһының баш тренеры Игорь Захаркиндың матбуғат конференцияһы уҙҙы. Ул 2015/16 миҙгелгә йомғаҡ яһаны.

«Һеҙгә ярайһы уҡ уңышлы миҙгел өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Беҙ һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәштек, тип иҫәпләйем, һәм һеҙҙе шуның менән ҡотлайым, — тип билдәләне тренер. — Был һөҙөмтәнең даими булыуы мөһим. «Салауат Юлаев» Рәсәйҙең хоккей элитаһына инергә лайыҡ тип һанайым. Йәнә бер тапҡыр һеҙҙе бронза миҙалдар менән ҡотлайым. Әлбиттә, беҙ теләгән миҙалдар түгел, әммә был яҡшы башланғыс».

«Моғайын, киләһе миҙгелдә лә клубты етәкләрмен. Әле техник мәсьәләләр хәл ителә», — тип яуап бирҙе Игорь Захаркин.

«Артабан үтә алмауыбыҙҙың төп сәбәптәренең береһе — йәрәхәтләнгән уйынсыларҙың күп булыуы. 12 хоккейсы етди йәрәхәттәр менән уйнаны: Григоренко, Энгквистың һәм Прохоркиндың мейеһе һелкенгән. Лисиндың, Лазаревтың йәрәхәттәре етди, Бодровҡа операция яһанылар, ошо исемлектең барыһын да үҙем менән алмағанмын. Был кешеләр байтаҡ имгәнеү алыуҙарына ҡарамаҫтан, боҙ майҙанына сығып, команда өсөн көрәште. Судьялыҡҡа бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәйем, сөнки уның мәғәнәһе юҡ», — тип һөйләне тренер, Гагарин кубогына үтергә ҡамасаулаған сәбәптәр хаҡында.

Игорь Захаркин тренерҙар штабын үҙгәртергә йыйынмай. Уның фекеренсә, ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн яҡшы коллектив тупланған.

Миҙгел ябыу 10 апрелдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. «Өфө-Арена»ла саралар программаһы аныҡлана.