4 декабрь, Йәкшәмбе

04 апрель 2016 йыл, 17:28

Республикала саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың ҡатындарына һәм балаларына ай һайын пособие түләнә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың ҡатындарына һәм балаларына ай һайын пособие түләнә. Был хаҡта «Интерфакс-Волга буйы» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Риф Вәлиев хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, федераль законға ярашлы саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың ҡатындарына һәм балаларына йыл һайын индексацияланған түләүҙәр ҡаралған.

«Пособие алыу өсөн никах рәсми теркәлергә тейеш. Гражданлыҡ никахы иҫәпкә алынмай, закон буйынса бындай осраҡта түләүҙәр ҡаралмаған, — тине Риф Вәлиев. — 24 565 һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған пособие алыу өсөн хәрби хеҙмәткәрҙең ҡатынының йөклөлөк ваҡыты 180 көн (26 аҙна) булырға тейеш. Өс йәшкә тиклемге балаһы булған хәрбиҙең ғаиләһенә 10 528 һум күләмендәге айлыҡ пособие тәғәйенләнә».

Пособие алыу өсөн баланың әсәһенә йәшәгән урын буйынса социаль яҡлау органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунда уҡ тейешле документтар исемлеге бирелә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Үҙәк хәрби округы штабы ҡушыуы буйынса быйыл яҙ Башҡортостандан 5300-ҙән ашыу егет Ҡораллы Көстәр сафына алына. Ҡоро ер ғәскәрҙәренә — 2900 самаһы, Хәрби-һауа көстәренә — 360, Хәрби-диңгеҙ флотына — 130, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә — 320, Һауа десанты ғәскәрҙәренә — 120, Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренә 540 кешене оҙатыу ҡарала.

Риф Вәлиев әйтеүенсә, яҙғы саҡырылыштың төп үҙенсәлеге — хеҙмәткә алыныусыларға электрон карталар биреү. Ҡатындары һәм балалары йәки ата-әсәләре хаҡлы ялда булған егеттәр өйгә яҡыныраҡ урында хәрби бурысын үтәйәсәк.