5 декабрь, Дүшәмбе

04 апрель 2016 йыл, 16:26

Ригала «Науруз» Балтика халыҡ-ара фестивале 20 милләт вәкилен тупланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Латвияның баш ҡалаһы Ригала яҙғы Науруз байрамын билдәләнеләр. Уҙған ял көндәрендә Балтика халыҡ-ара фестивале 20 милләт вәкилен — Латвия, Эстония һәм башҡа дәүләттәрҙә йәшәүселәрҙе бергә тупланы. Сараны ойоштороусы, «Шишмә» татар-башҡорт ойошмаһы етәксеһе Рәмил Ҡадиров хәбәр итеүенсә, байрам һуңғы йылдарҙа Латвиялағы иң яҡшы күп милләтле фестивалдәрҙең береһе булған.

Байрам сиктәрендә конкурстар һәм викториналар үткәрелде, төрлө ил һәм милләт студенттары сығыш яһаны. Концертта Балтика илдәренең күп милләтле ансамблдәре һәм артистары, Рига юғары уҡыу йорттары студенттары: «Грация» (Елена Ахмедова, Эстония), «Терек» (Эстония), «Иридис» (Алина Григорьева, Эстония), «Кавказ» (Латвия), «Дети Сакала» (Алена Мейдра, Эстония), «Натали Берг Данс» (Латвия), «Чорон» (Латвия) ансамблдәре, «Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәге (Латвия), «Шишмә» татар-башҡорт ансамбле (Латвия) дәртле бейеүҙәрен һәм моңло йырҙарын бүләк итте.

«Байрамда мәктәп уҡыусылары, студенттар, өлкәндәр, аҡһаҡалдар ҡатнашты. Үзбәк, тажик, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, азербайжан, рус, латыш, татар, башҡорт, яҡут, төрөк, грузин, ҡабарҙа, балҡар телдәрендә йылы һүҙҙәр яңғыраны. Концерттан һуң сәй эсеү ойошторолдо, һәр тамашасы табынға һый-ниғмәт алып килгәйне», — тип һөйләне Рәмил Ҡадиров.

Сараны ойоштороусылар булып шулай уҡ Илона Тхагазитова («Терек» ҡабарҙа бейеү ансамбле) һәм Латвия университетынан Сибел Бурчер сығыш яһаны.