4 декабрь, Йәкшәмбе

04 апрель 2016 йыл, 15:38

Башҡортостан Башлығының яңы матбуғат секретары тәғәйенләнде

фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайты

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Фәнүр Йәғәфәров Башҡортостан Башлығының яңы матбуғат секретары итеп тәғәйенләнде. Тейешле күрһәтмәгә Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған. Республика Башлығының йәнә бер күрһәтмәһе буйынса Артем Вәлиев үҙ теләге менән Башҡортостан етәксеһенең матбуғат секретары вазифаһынан бушатылды.

Фәнүр Йәғәфәров 1974 йылдың 8 июлендә Мәләүез районы Хәсән ауылында тыуған.

Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1994 йылда Башҡортостан телевидениеһы дикторы булып башлай.

1994-2004 йылдарҙа — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының мәғлүмәт программалары ижади берекмәһе мөхәррире, етәксеһе, мәғлүмәт программалары төп редакцияһының сәйәси күҙәтеүсеһе.

2004-2008 йылдарҙа — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары.

2008-2010 йылдарҙа — «Башҡортостан» дәүләт телевидениеһының мәғлүмәт тапшырыуҙары хеҙмәте етәксеһе — директор урынбаҫары.

2010-2016 йылдарҙа — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары.

темалар: тәғәйенләү