Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала Башҡорт юниор КВН лигаһының финал уйынында һигеҙ команда көс һынашасаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡорт юниор КВН лигаһының финалы үтә. Сара 15 апрелдә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ойошторола. Миҙгелдең төп темаһы — «Аяҡ аҫтында әйләнә бөтә донъя», уйындыҡы — «Юлдағылар юлда булһындар». «Башҡорттар.ру» (Өфө), «Төньяҡ амурҙары» (Дыуан районы), «ХХ Централ» (Өфө), «Һарыҡты кем ашаған» (Ғафури районы), «Башstar» (Салауат районы), «Ритайым» (Күгәрсен районы), «ЖэКа» (Стәрлетамаҡ), «Тик ҡыҙҙар» (Учалы) командалары ҡатнаша.

Командалар «Бала саҡ иленә билетығыҙҙы һаҡлағыҙ» (визитка), «Уңышҡа табан тик алға» (капитандар конкурсы), «Онотмағыҙ хаттар яҙырға» (разминка), «Дуҫтар юлда һынала» (музыкаль номер) конкурстарында үҙ көсөн һынаясаҡ.

Миҙгел башында «Төньяҡ-көнсығыш» (Мәсәғүт), «Үҙәк» (Өфө), «Көньяҡ» (Күмертау) зоналарында бөтә республиканан 60-тан ашыу команда старт алды, һуңынан Өфөлә һәм Салауатта ярымфинал уйындарынан һуң һигеҙ финалсы билдәләнде. Башҡорт юниор КВН лигаһының финал уйынын ойоштороусы — Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәғариф министрлығы.

Теги: квн
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть