7 декабрь, Шаршамбы

04 апрель 2016 йыл, 14:13

Төбәктә оҫталар йөҙҙән ашыу дебет шәл өлгөләрен күрһәтте

фото: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Республикала «Стәрлебаш биҙәктәре» дебет шәл байрамы уҙҙы. Стәрлебаш районында ойошторолған күргәҙмәгә оҫталар йөҙҙән ашыу эш килтерҙе. Байрам Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың художество һәм халыҡ ижадын үҫтереүгә арналған республика кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса тәҡдимен үтәү сиктәрендә уҙғарылды.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Ҡаҙағстандың атҡаҙанған артисы, Кустанай филармонияһы солисы, «Урал моңо» республика фестиваленең даими жюри ағзаһы Азамат Мукатов һәм республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Зөһрә Исмәғилева абруйлы ҡунаҡтар булды. Урындағы Мәҙәниәт йортонда уларҙы райондың йыр-бейеүгә маһир үҙешмәкәр коллективтары ҡаршы алды. Башҡорт дебет шәле оҫталары клубы күргәҙмә ойошторҙо.

Байрамда шәлдең тарихы менән таныштырыу булды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың халыҡ художество кәсептәре оҫталары ассоциацияһы рәйесе Зөһрә Исмәғилева үҙ сығышында Стәрлебаш шәлселәренең оҫталығын юғары баһаланы һәм әйберҙәрҙең сифатлы булыуын билдәләне.

«Байрам башҡорт халҡының бай тарихын, шулай уҡ хәҙерге быуындың ата-бабаларҙың традицияларын һаҡлап ҡалыу теләген сағылдыра, — тине депутат. — Беҙгә лайыҡлы, сифатлы эштәр тәҡдим ителде. Иҡтисади яҡтан ҡарағанда, байрамда күрһәтелгән халыҡ ижады төрө дөрөҫ ойошторғанда килем килтерә, яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итә ала».