10 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2016 йыл, 12:49

Республика Күмертауҙа май экстракциялау заводы инфраструктураһын үҫтереүгә беренсе транш алды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан бюджетына Күмертау биләмәһендәге Маячный ауылында май экстракциялау заводы инфраструктураһын үҫтереүгә 7,3 миллион һум күләмендәге тәүге транш күсерелде. Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, аҡса газ үткәргес һәм юғары вольтлы сым линиялары төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан беренсе этапты ғәмәлгә ашырыу өсөн бүленгән.

Башҡортостан менән Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды араһында ҡул ҡуйылған килешеү сиктәрендә май экстракциялау заводының инженер инфраструктураһы объекттарын төҙөү федераль һәм республика ҡаҙнаһынан берлектә финанслана.

Күмертау биләмәһендә май экстракциялау заводын һалыу буйынса проект Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. Тейешле бойороҡҡа республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡул ҡуйған.

Төҙөлөштөң инициаторы — «Сигма» холдинг компанияһы структураһына ингән «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Предприятие һалым льготалары рәүешендә дәүләт ярҙамын алыуға дәғүә итә. Проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыла. Май экстракциялау заводы объекттарын сафҡа индереү, экстракциялау һәм таҙартыу цехтарын асыу, транспорт-логистика компанияһын булдырыу һәм элеватор төҙөү күҙаллана.

Тәүге ике этап барышында яҡынса 3,7 миллиард һум аҡса һалынасаҡ. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 6 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Ошо инвестиция проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төбәктә 600-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк.