11 декабрь, Йәкшәмбе

04 апрель 2016 йыл, 12:02

Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башланы: видео

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина, Станислав Шахов/. Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башланы. 3 апрелдә иртән Дуҫлыҡ монументында шаһиттар йылғаның боҙҙан әрселеүен видеоға һәм фотоға төшөргән. Күҙалланыуынса, гидрометеорология шарттарын иҫәпкә алып, боҙ ғәҙәттәгенән ике-биш көнгә иртәрәк китә башланы.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2-8 апрелдә — Ағиҙелдә, 31 марттан 6 апрелгә тиклем — Ҡариҙелдә, 6 апрелдән 12-нә тиклем Дим йылғаһында боҙ китеүе күҙалланғайны. Яҙғы ташҡын ваҡытында Өфө янында Ағиҙелдең кимәле 730-830 сантиметрға етәсәк. Ҡариҙел — 760-860, Дим 580-680 сантиметрға күтәреләсәк. Ҡаланың ҡайһы бер райондарында йорттарҙы һыу баҫыу янай.

темалар: боҙ китеү