3 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2016 йыл, 17:54

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2016» төбәк-ара конкурсында Ишембай уҡытыусыһы еңеү яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 1 апрелдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2016» төбәк-ара бәйгеһен ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Конкурста республика дөйөм белем биреү ойошмаларынан, шул иҫәптән Татарстандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән килгән 46 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты.

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе ике этапта ойошторолдо. Тәүгеһендә баш ҡала мәктәптәрендә үткәрелгән асыҡ дәрестәр баһаланды. Һуңғы өс көн дауамында барған икенсе этапта ҡатнашыусылар үҙҙәренең педагогик проектын яҡланы, оҫталыҡ дәресе һәм мәғариф проектын күрһәтте.

Баһалама ағзалары Ишембай районының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернаты уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханованы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2016» төбәк-ара конкурсында еңеүсе тип таныны. Уның педагогик стажы — 30 йыл. Фаягөл Әмирханова һөйләүенсә, ул һөнәри бәйгеләрҙә беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. 2000 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конкурсында педагог лауреат исеменә лайыҡ була, биш финалсы иҫәбенә инә.

«Һәр уҡытыусы тәү сиратта үҙенең предметын яратырға тейеш. Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, уҡыусыларымды бик яратам. Бынан тыш, үҙ өҫтөңдә эшләргә, яңылыҡҡа ынтылырға кәрәк. Шул саҡта ғына уҡыусыларыңдың һөйөүен яуларға мөмкин», — тине еңеүсе.

Конкурста «Педагогик өмөт», «Иң яҡшы педагогик  эссе», «Иң яҡшы педагогик инициатива», «Иң яҡшы белем биреү проекты», «Иң яҡшы асыҡ дәрес» номинацияларында ла еңеүселәр билдәләнде. Бәйгеселәргә почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.

Конкурста ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының махсус бүләктәренә лайыҡ булды. «Йәшлек», «Йәншишмә», «Киске Өфө» гәзиттәре, «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Шоңҡар» журналдары редакциялары конкурсанттар өсөн махсус приз әҙерләгән.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2016» төбәк-ара конкурсы һәләтле, ижади эшләгән уҡытыусыларҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү маҡсатында булдырылған. Быйыл ул 21-се тапҡыр уҙғарылды. Уны ойоштороусылар — республика Мәғарифты үҫтереү институты, Рәсәй мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы менән берлектә Башҡортостан Мәғариф министрлығы.